Бишауыл-Уңғар ауыл клубында кейеҙ баҫыу
Бөгөн, 27 август Бишауыл-Уңғар ауыл клубында кейеҙ баҫыу оҫтаһы Гүзәл Әхмәт ҡыҙы кейеҙ баҫыр өсөн йөндө ни рәүешле эшкәрткәндәре тураһында оҫталыҡ дәресе бирҙе. “Оҫта ҡулдар” түңәрәге ағзалары Гүзәл Әхмәт ҡыҙы һәм Флүрә Минтимер ҡыҙҙары кейеҙ һуғыу өсөн йөндө эшкәртеүҙе балаларҙан үҙ ҡулдары менән эшләтеп ҡаранылар.
КЕЙЕҘ БАҪЫУ-. Башҡорттарҙа урыны м‑н кәсепкә әйләнгән традицион шөғөл. Кейеҙ баҫыу өсөн беҙҙең яҡтарҙа һарыҡ йөнө файҙаланылған, унан аҡ, һоро, ала һәм ҡара кейеҙ баҫылған. Кейеҙ баҫыу өсөн, башлыса йәй мәленә тура килтереп, өмә үткәргәндәр. Йөндө септә йәки тирегә таратып һалғас, ян м‑н теткәндәр йәки муйыл, тал сыбығы м‑н һуҡҡандар. Ошо рәүешле әҙерләп бөткәс, йөндө бер тигеҙ ҡалынлыҡта септә йәки балаҫ өҫтөнә йәйгәндәр һәм, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, төрөп бәйләгәндәр һәм тәгәрәткәндәр.