26 август Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған көне.
26 август Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың йорт музейендә күренекле шәхесебеҙҙең тыуған көнөнә бағышланған байрам кисәһендә ҡатнаштыҡ. Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы һәм Свердловскийҙан килгән М. Өмөтбаевтың туғандарын йыр-моң менән ҡаршы алдыҡ. Бишауыл-Уңғар ауыл клубы сиктәрендә булдырылған” Илһам” әҙәбиәт түңәрәгенең әүҙәм ағзаһы, М.Өмөтбаевтың бүләсәһе үҙе ижат иткән шиғырҙары һәм көйгә һалған йырҙары менән байрамға йәм өҫтәне.Был фәһемле кисәнән күңелдәргә илһам алып, матур тәьҫораттар менән ҡайттыҡ.



