Савалеевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ҺӘҮӘЛӘЙ КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы
Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с. Савалеево, ул.Мира 8А
e-mail: ssmfk@mail.ru

Ғаилә – ул тормоштоң нигеҙе.

Ғаилә – ул тормоштоң нигеҙе. Ата-әсә уның тотҡаһы. Балалар ғаиләнең көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын тиһәң, бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк. … Татыу ғаилә – ил күрке. Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит. Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең. Ғаилә – кеше тормошоноң таянысы. Ул үҙенең ағзаларын юғары баһа менән тәьмин итеүсе социаль төркөм. … Ғаилә – ул бик оло һүҙ. Атай, әсәй, өләсәй, олатай – ғаиләнең иң хөрмәтле кешеләре. Сөнки улар һәр ваҡыт яҡындары тураһында ҡайғырталар, борсолалар. Ғаилә – ул йылы усаҡ. Ибраһим ауылында күркәм ғаиләләр күп, шуларҙың береһе Йәрмөхәмәтовтар ғаиләһе. Рәйлә Миҙхәт кызы менән Монзэр Сабит улы1987 йылдың 3-сө июлҽндә өйләнешеп, Салауат ҡалаһында бҽр йыл йәшәгәс Ибраһим ауылына ҡайталар.1988 йылда мөхәббәт ҽмҽшҽ ҡыҙҙары Зөһрә, 1989 йылда улы Фирзан,1996-сы йылда Руслан,2001-сҽ йылда Рушан улдары тыуа. Был ғаиләнең берҙәмлегенә, тырышлығына күптәр һоҡланып ҡарай. Рәйлә менән Монзэр балаларына дөрөҫ тәрбиә биреп, ата-әсә мөхәббәтен биреп тормош юлына лайыҡлы кешеләр итеп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Үҙҙәре кеүек балалары ла итәғәтле, ярҙамсыл, тырыш, аҡыллы. Зөһрә ҡыҙы мҽнән Робҽрт кейәүҙәре Һәүәләй ауылында өй һалып кҽрҙҽләр.Өс ул үҫтҽрәләр.Улдары Фирзан,килҽне Лилиә менән өй һалып кҽрҙҽләр ,бҽр ул,икҽ ҡыҙ үҫтҽрәләр.Руслан улы мҽнән Эльвира килҽнҽ Өфө ҡалаһында квартира алып йәшәйҙәр.Иң төпсөк улдары Рушан Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй.Монзэр Сабит улы уң йыл колхозда сварщик, ун бер йыл урман хужалығында урмансы булып, әлеге көндә “Виктория” лагерендэ ҡарауылсы булып эшләй. Рәйлә Миҙхәт ҡыҙы күп йылдар колхозда сөгөлдөрсе булып, лагерҙа төрлө эштәрҙә эшләп, әлеге көндә хаҡлы ялда. Күп йылдар Ибраһим ауылында депутат булып, активистар рәтендә ауыл халҡы, ауыл көн – куреше тип янып – көйөп йәшәй. Аш һыуға ғына оҫта түгел, ә ҡул эштәренә лә шәп. Уның теккән, бәйләм эштэре төрлө сараларҙа, конкурстарҙа лайыҡлы баһалана. Шулай уҡ ауыл концерттарында ла әүҙем ҡатнаша, йырлай, төрлө яҡтан ярҙам итә. Ошондай матур, үрнәк булырҙай ғаилә күптәргә өлгө булып тора.Республика кимәлендә 2021 йылда уҙғарылған “Катын кыз-милләт әсәһе” конкурсында дипломға лайыҡ булды. Әлеге көндә балалары үҙ аллы, тырышып донъя көткәненэ шатланып – һөйөнөп, ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтереүҙә лә оло ярҙамдрын күрһәтеп, балаларының, туғандарының, ғөмүмән ауыл халҡының хөрмәтенә төрөнөп йәшәйҙәр.”Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ” көнөндә уларға тазалык, бәхет, тигеҙ ҡартлыҡ теләйек.