Савалеевский сельский многофункциональный клуб
филиал муниципального
автономного учреждения культуры
«Кармаскалинская централизованная клубная система»
logo
ҺӘҮӘЛӘЙ КҮП ТАРМАҠЛЫ АУЫЛ КЛУБЫ
Башҡортостан Республикаһы
Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының
“Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы”
муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһының филиалы
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, с. Савалеево, ул.Мира 8А
e-mail: ssmfk@mail.ru

Вечер ко дню семьи, любви и верности “Татыу ғайлә- ил күрке”

Вечер ко дню семьи, любви и верности “Татыу ғайлә- ил күрке”
7 июль Бишауыл-Уңғар ауыл клубында “Татыу ғайлә-ил күрке”тигән исем аҫтында тематек кисә үткәрҙек. Кисәнең төп ҡунаҡтары ауылыбыҙҙың һәр төрлө сараларында әүҙем ҡатнашҡан, уңған, татыу, күп балалы ғайләләре булдылар. Кисәне бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, күп балалы ғайләләрҙә тәрбиәләнгән , намыҫлы һалдаттарыбыҙ менән таныштырыуҙан башлап ебәрҙек. Артабан һәр ғайлә үҙҙәренең ғайләһендәге ғөрөф-ғәҙәттәәре менән таныштырып үттеләр. Кисәнен башынан ахырына тиклем ғайләлә бала тәрбиәләү һәм балаларҙың ялын ойоштороу тураһында әңгәмәләштек. Сығыштар концерт номерҙары менән оҙатылып барҙы. Салиха апай Султангильдина һәм Алһыу Султангильдиналар ҡәйнәле-киленле татыу йәшәү сере менән бүлештеләр. Шулай уҡ Ләйлә Искандарова, Индира Хасанова, Ләйлә Хуснутдиновалар ҙа ғайләлә татыулыҡ, берҙәмлектең көсө тураһында фекерҙәре менән уртаҡлаштылар.