Атайсалыбыҙҙағы йолаларҙы өйрәнеү
18 май Бишауыл-Уңғар ауыл клубында Атайсалыбыҙҙағы йолаларҙы өйрәнеү, балаларҙа йолаларҙы өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уларҙың тарихын өйрәнеү маҡсатында үҫмерҙәр менән “Тәүге бураҙна” йолаһын әҙерләп күрһәттек. Йоланы Бишауыл-Уңғар ауыл клубының “Сатҡы”, ауыл мәктәбендә ойошторолған “Шишмәкәй” фольклор төркөмдәре (етәксеһе Рәмилә Исхакова) сәхнәләштерҙек.